112.
Ихлас (Ихлас)


(Ихлас сүрәһе 4 аяттан тора. Мәккә менән, Мәҙинәлә ингән һанала. «Ихлас» һүҙе «берҙәмлек» йәки «пакланыу» тип тә тәржемә ителә.)

 

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

 

1.

Әйт һин:
- Аллаһ - берәү генә!

2.

- Аллаһу-Самәд - мәңге (йәшәй).

3.

Ул тыуҙырылмаған да, тыуҙырмаған да.

4.

Аллаһҡа тиңдәш юҡ.

(Аллаһ — берәү генә, йәғни башҡа хоҙайҙар юҡ һәм була ла алмай. Аллаһ — мәңге йәшәй, йәғни Аллаһ һәр ваҡыт булған һәм һәр ваҡыт буласаҡ —ул үлемһеҙ. Аллаһты бер зат та тыуҙыра алмай һәм Аллаһ үҙе лә өйләнмәй, ата булмай, сөнки Уның был эштәргә ихтыяжы юҡ. Бөтөн нәмә: Ер, Күк, хайуандар, бөжәктәр, Аллаһҡа мохтаж, Аллаһ үҙе бер нимәгә лә мохтаж түгел,)