111.
Тәббәт (Ҡулы ҡороһон)


(Тәббәт сүрәһе 5 аяттан тора. Мәккәлә ингән. Был сүрәнең башҡа исемдәре лә бар: Мәсәд, Ләхәб.)

 

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

 

1.

Әбү Ләхәбтең ике ҡулы ҡороһон! Үҙен дә ләғнәт һәләк итһен!

2.

Кәсеп итеп йыйған малы ла, байлығы ла уға ярҙам итмәне.

3.

Ул ялҡынлы утта янасаҡ;

4.

ҡатыны ла, утын күтәргән килеш.

5.

Ҡатынының муйынында хөрмә мун­салаһынан ишелгән бау булыр.

(Әбү Ләхәб менән уның ҡатыны Умми Жәмәл кешеләрҙе Пәйғәмбәр (ғәләйһиссәлләм)гә ҡаршылар өҙлөкһөҙ рәүештә ҡотортоп, динебеҙгә зыян килтергән кәферҙәрҙер. Кешеләр араһына дошманлыҡ уты яғып йөрөгәненә күрә, сүрәлә Умми Жәмәл усаҡ яғыр өсөн муйыны-елкәһе арҡылы утын бәйләме күтәреп йөрөүсегә тиңләште­релә. М. Али иһә, «утын күтәреүсе «яман һүҙ йөрөтөүсе» тип аңла­та.)