110. Наср (Ярҙам)


(Наср сүрәһе 3 аяттан тора. Мәҙинәлә ингән. «Наср» — ярҙам.)

 

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

 

1.

Аллаһтан ярҙам килеп, еңеүгә ирешһәгеҙ,

2.

кешеләр төркөм — төркөм булып, Аллаһтың диненә күсәсәк.

3.

Тик, Раббыңды маҡтап, тәсбих әйт. Унан ярлыҡау һора. Шик юҡ, Аллаһ тәүбәләрҙе күпләп ҡабул итеүсе.