11. Һуд (Һуд)

 

(һуд сүрәһе 123 аяттан тора. Мәккәлә ингән. Бер өлөшө Мәҙинәлә ингән, тип фаразлана.)

 

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

 

1.

Әлиф. Ләм. Ра. Был шундай бер Китаптыр, уның аяттары иң ҡәтғи дәлилдәр менән раҫланған, ап-асыҡ аңла­тылған, (ул Китап) хөкөм эйәһе, бар нәмәне белеп тороусы тарафынан камил рәүештә тәртипләнгән.

2.

Әйт:

— Аллаһтан башҡа затҡа табынмаһындар, тип индерел­де. Шик юҡ, мин Уның тарафынан ебәрелгән бер киҫәтеүсе һәм һөйөнсө алыусы кеше.

3.

Һәм Аллаһтан ярлыҡау һорағыҙ, тәүбә итегеҙ, тип индерелде. (Әгәр ошо әмерҙәр­ҙе еренә еткереп үтәһәгеҙ) Аллаһ һеҙҙе тәғәйенләнгән бер ваҡытҡа саҡлы муллыҡта йәшәтер, артығы менән изгелек ҡыл­ған һәр кемгә артығы менән изгелек бирер. Әгәр ҙә йөҙ сөйөрһәгеҙ, Ҡиәмәт көнөндә башығыҙға яза килер тип ҡурҡам, — тип әйт.

4.

Һеҙ бары тик Аллаһ хозурына ҡайтасаҡһығыҙ. Ул бөтә нәмәгә ҡөҙрәтле.

5.

Аң булығыҙ, улар (мөшриктәр) күңелдәрендә булған дошманлыҡты йәшерер өсөн нимәләр генә ҡыланмайҙар. Аң булығыҙ, улар ҡат-ҡат кейемдәргә уранып, йәшерергә тырыш­ҡан нәмәләрен дә, күҙ алдына ҡылғандарын да Аллаһ үтә күреп тора. Хаҡтыр, ул күңелгә йәшеренгәндәрҙе лә белеп тороусы.

6.

Ер йөҙөндә йәшәүсе һәр йән эйәһенең ризығы бары тик Аллаһ ихтыярында. Аллаһ ул йән эйәләренең торған урынын да, һуңынан ҡайҙа урынлаштырыласағын да белә. Быларҙың барыһы тураһында ла Китапта ап-асыҡ яҙылған.

7.

Уның тәхете идараһы һыу өҫтөндә ине. Яҡшы эштәр башҡарғанығыҙҙы һынар өсөн Ул күктәрҙе, Ерҙе алты көндә яралтты.

Әгәр һин:

—  Үлемдән һуң яңынан тереләсәкһегеҙ, — тип әйтһәң, кәферҙәр, һис шикһеҙ:

-  Был күҙ буяуҙан (сихырҙан) башҡа нәмә түгел, — тип әйтәсәктәр.

 («Уның тәхете һыу өҫтөндә ине» һөйләме тураһында бәхәстәр күп. Хәсән Басри Чантай яҙыуына күрә, мәшһүр тәфсирселәрҙән Бәйзаүи был фекерҙе кире ҡаға. Күк менән Ер яралтылғанға саҡлы ғаләмдә Ғәреш һәм һыу ғына була. «Ғәрше көрси” ҙең һүҙлек мәғәнәһе — туғыҙынсы ҡат күктә урынлашҡан тәхет. Әммә ҡайһы берәүҙәр уны Бөтөн Ғаләм йәки уның менән идара итеү тип аңлата.

«Ғәреш: ғаләмдәге бөтөн есемдәрҙе солғап алған һәм беҙ күҙ ал­дына килтерә алмаған нәмәлер. Тәфсирселәрҙең был аятҡа ҡағы­лышлы аңлатмаларына күрә, Аллаһы Тәғәлә башта Ғәреште, у­нан һуң һыуҙы, унан һуң күктәрҙе һәм Ерҙе яралтҡан».

Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)

8.

Әгәр ҙә Беҙ уларға биреләсәк язаны һанаулы көндәргә кисектереп торһаҡ, һис шикһеҙ: — Был кисектереүҙең сәбәбе нимә? (Ни өсөн ғазапты бөгөн үк бирмәй?) — тип һораясаҡтар. Аң бу­лығыҙ, ул яза килгәс, улар өҫтөнән яза алынмаҫ. Улар көлкөгә һанап килгән ул ғазаптар үҙҙәрен үк уратып аласаҡ.

9.

Кешегә рәхим-рәхмәттәр биреп тә һуңынан ул рәхим-рәхмәттәребеҙҙе унан алһаҡ, ҡарағыҙ, ул кеше тамам өмөтһөҙлөккә төшә һәм шөкөрһөҙ була.

10.

Башына төшкән бәләнән һуң уға ниғмәттәр бирһәк, әлбиттә, ул:

— Яманлыҡтар минән китте, — тип әйтер.

Ул саҡта кеше (мөшкөл хәлен онотоп) ҡыуаныр һәм танауын сөйөр (маһайыр).

11.

Ауырлыҡтарға сыҙап, сабыр итеп, изгелек ҡылғандар улай түгел. Улар өсөн ярлыҡау һәм әжерҙәр булыр.

12.

(Мөшриктәр):

— Ул (Аллаһың) Күктән беҙгә хазина яуҙырһын ине йәки берәй фәрештәһен төшөрһөн, — тип әйткәс, бәлки һин аяттарыбыҙҙың ҡайһы берҙәрен уларға аңлатыуҙан баш тартырһың һәм шу­ның арҡаһында йәнең ҡыҫылыр. Аң бул, һин бары тик киҫәтеүсе генә. Аллаһ ҡына бөтөн нәмәнең хужаһы.

13.

— Уны (Ҡөръәнде) әллә үҙеңдән сығарып яҙҙыңмы? — тип һорарҙар мөшриктәр.

Һин әйт:

—  Әйҙәгеҙ, һеҙ ҙә шуның кеүек, һис юғында ун сүрә сығарып, яҙып ҡарағыҙ. Аллаһтан башҡа табынғандарығыҙҙы ла саҡырығыҙ, (ул уйҙырма Илаһтарығыҙ ҙа берәй сүрә яҙып ҡараһын) әгәр ҙә һеҙҙең һүҙегеҙ дөрөҫкә сыҡһа, — тип.

14.

Әгәр ҙә шунан һуң улар (мөшриктәр һәм һындар-боттар яуап бирмәһә) был эште (аят яҙыуҙы) башҡара алмаһалар, хаҡтыр, ул (Ҡөръән) Аллаһтың ғилеме менән индерелгән булып ҡала. Ысынлап та, Аллаһтан башҡа тәңре юҡ. Инде шунан һуң да һеҙ мосолман булмаҫһығыҙмы икән?

15.

Фани донъяла муллыҡ эсендә йәшәргә теләгәндәргә, башҡарған эштәренең гүзәл әжере булараҡ, мул итеп түләрбеҙ, улар һис бер зыян күрмәҫ.

16.

Бына шулар инде Әхирәттә уттан башҡа нәмә алма­ясаҡ кешеләр. Уларҙың ҡылғаны ла файҙаһыҙ эш ине. Фани донъяла ҡылғандары юҡҡа сыҡты.

17.

Аллаһтан аяттар ҡабул итеп, арттарынан шаһит килһә, әгәр алдарында яҡшы юлға өндәүсе, рәхмәтле Мусаға бирелгән Китап ятһа, улар иман килтерерҙәр. Уны таны­маған һәр төрлө төркөмдәргә алдан вәғәҙә ителгән тамуҡ буласаҡ. Һин дә был мәсьәләлә икеләнеп ҡалма. Сөнки, хаҡ­тыр, быларҙың барыһы ла Раббыңдандыр. Ләкин кешеләр­ҙең (мөшриктәрҙең) күбеһе иман килтермәй.

18.

Аллаһҡа ҡаршы ялғандар уйлап сығарғандан да яманыраҡ кем бар? Улар Аллаһ хөкөмөнә китереләсәк, шаһиттар ҙа:

— Бына былар Раббыға ҡаршы ялған һөйләүселәр, — тип әйтәсәк.

Аң булығыҙ, Аллаһтың ләғнәте залимдар башына бу­ласаҡ.

19.

Улар шундай (залимдар, кешеләрҙе) Аллаһ юлы­нан яҙҙырырға, уны (тура юлды) кәкре итеп күрһәтергә теләйҙәр. Әхирәтте инҡар итеүселәр ҙә шулар булыр.

20.

Улар Ер йөҙөндә (Аллаһты) көс-ҡеүәтһеҙ хәлдә ҡалдырырлыҡ ҡөҙрәткә эйә түгел. Үҙҙәрен Аллаһтан (язаһынан) ҡотҡара алырлык бер генә ярҙамсылары ла юҡ. Уларға ҡат-ҡат яза биреләсәк. Улар Хәҡиҡәтте ишетмәмешкә, күрмәмешкә һалышалар.

21.

Улар үҙҙәренә үҙҙәре зыян эшләне. Уйлап сығарғандары (боттары) ла, үҙҙәренән ҡа­сып китеп, юҡҡа сыҡты.

22.

Шик юҡ, Әхирәттә иң күп зыян күреүселәр ҙә шулар булыр.

23.

Иман килтереп, изгелекле эштәр эшләгән кешеләр, Аллаһҡа буйһоноп, итәғәт иткәндәр йәннәт әһелдәре булып, шунда мәңгегә ҡаласаҡ.

24.

Был ике халыҡтың (кәферҙәр менән мосолмандарҙың) хәле һуҡыр менән күҙле, һаңғырау менән ишетеүсе кешенеке кеүек. Улар бер-береһенә тиң булырмы? Әле һаман ғибрәт алмайһығыҙмы ни?

25.

Бына Беҙ Нухты үҙ халҡына пәйғәмбәр итеп күн­дергән инек. (Ул әйтте).

— Әлбиттә, мин Аллаһтың ғазабы тураһында һеҙҙе киҫәтеү­се кеше.

26.

Аллаһтан башҡаға ғийбәҙәт ҡылмағыҙ. Хаҡтыр, мин һеҙҙең өҫтөгөҙгә хәтәр яза килер, тип ҡур­ҡам, — тине.

27.

(Нух) ҡәүеменең иманһыҙ етәкселәре әйтте:

—  Һин дә беҙҙең кеүек үк бер кеше. Һинең арттан бары тик үҙ башы булмаған түбән ҡатлам кешеләре генә эйәргәнен күрәбеҙ. Беҙҙән өҫтөн һис бер өҫтөнлөк һиндә юҡ. Күреп торабыҙ, һеҙҙең барығыҙ ҙа ялғансы.

28.

(Нух) әйтте:

— Әй, ҡәрҙәштәрем, әгәр Раббым тарафынан миңә ебәрелгән асыҡ иҫбатҡа эйә булһам, һәм Ул миңә үҙ ҡатынан бер рәхмәт индергән булһа, һеҙҙән йәшереп тотолған булһа, быңа нимә әйтерһегеҙ? Һеҙ уны ҡабул итергә теләмәһәгеҙ, беҙ уны һеҙгә ирекһеҙләп таҡмаясаҡбыҙ.

29.

Әй, халҡым, Аллаһтың әмерҙәрен һеҙгә еткергәнем өсөн мин һеҙҙән һис бер мал (түләү) һорамайым. Миңә тейешле әжер бары тик Аллаһ ихтыярында ғына. Мин иман килтергәндәрҙе янымдан ҡыу­маясаҡмын. Улар Аллаһ менән ҡауышасаҡ. Фәҡәт мин һезҙҙе билдәһеҙлек эсендә аҙашҡан бер халыҡ булараҡ күрәм.

30.

... Әй, халҡым, уларҙы ҡыуһам, мине Аллаһтан (уның язаһынан) кем килеп ҡотҡарыр? Шуны ла аңламайһығыҙмы ни һуң һеҙ?

31.

Мин һеҙгә:

— Аллаһтың бөтөн хазинаһы минең ҡулда, тип әйтмәнем. Ләкин мин йәшерен нәмәләрҙе лә белмәйем. «Мин - фәрештә», -тип тә әйтмәйем. Һеҙ нәфрәт менән ҡараусыларға ла мин: «Аллаһ уларға бер ҡасан да изгелек ҡыласаҡ түгел», - тип әйтә алмайым. Уларҙың күңелендә нимәләр барын бары тик Аллаһ ҡына белә. Иман килтергән (фәҡирҙәрҙе) янымдан ҡыуған хәлдә мин дә залимға әүереләсәкмен, — тине.

32.

Тегеләр әйтте:

— Әй, Нух, һин беҙҙең менән оҙаҡ һүҙ көрәштерҙең, ғауғаны арттырҙың ғына. Әгәр ҙә һин дөрөҫ һүҙ һөйләй торған булһаң, беҙҙе ҡурҡыта торған язаны хәҙер үк килтер, - тинеләр.

33.

(Нух) әйтте.

— Уны бары тик Аллаһ ҡына килтерә ала (яза биреү бары тик Аллаһ ихтыярында ғына). Һәм һеҙ Аллаһты көс-ҡеүәтһеҙ итә алмаясаҡһығыҙ (һеҙ хаҡлы булып, Аллаһты көсһөҙ хәлдә, көлкөгә ҡалдыра алмаясаҡһығыҙ).

34.

Әгәр Аллаһ һеҙҙе аҙаштырырға теләһә, мин һеҙҙе ни ҡәҙәр генә өгөтләһәм дә, һеҙгә файҙа булмаҫ (иманга килмәйәсәкһегеҙ). Ул һеҙҙең Раббығыҙ. Һәм, ниһайәт, һеҙ Уның янына килтереләсәкһегеҙ.

35.

(Улар –мөшриктәр):

Ул (Мөхәммәд) быны (Ҡөръәнде) үҙе уйлап сығарған, — тип әйтерҙәр.

(Эй, Мөхәммәд) әйт:

- Әгәр ҙә мин уны үҙем уйлап сығарған булһам, гөнаһы үҙемә булыр. Ләкин мин һеҙ ҡылған гөнаһтан йыраҡ торасаҡмын, — тип.

36.

Нухҡа уахи ителде:

—Халҡың эсенән иман килтергәндәрҙән башҡаһы иман килтермәйәсәк. Шулай булғас, улар ҡылған (гөнаһтар) өсөн борсолма.

37.

Мин күреп торғанда, әмеребеҙ килгәс, кәмә эшлә һәм кәфер иткәндәр тураһында минең менән бер һүҙ ҙә һөйләшмә (йәғни, улар өсөн ғәфү һорама, доға ҡылма). Улар, һис шикһеҙ, батып үләсәк.

38.

Нух кәмә яһай башлағас, халыҡтың бай етәкселәре уның янынан үтеп-һүтеп йөрөгәндә мыҫҡыллы һүҙҙәр әйтеп уҙалар ине. Ул (уларға) әйтте:

— Әгәр ҙә беҙҙән көләһегеҙ икән, шуны яҡшы белеп тороғоҙ, һеҙ беҙҙән көлгән кеүек, килер ваҡыт, беҙ ҙә һеҙҙән көлөрбөҙ.

39.

Хурлыҡлы язаның кем өҫтөнә киләсәге һәм бөтмәҫ-төкәнмәҫ ғазаптың кем башына төшәсәген оҙаҡла­май күрербеҙ, - тине.

40.

Ниһайәт, әмеребеҙҙән һуң һыу ҡай­нап таша башлағас, Нухҡа әйттек:

— Исемдәре телгә алынғандарҙан тыш (кәферҙәрҙән, бер ҡатыныңдан, бер улыңдан башҡа йән эйәләренең) һәр берһенән берәй пар, ғаиләңде һәм иман килтергәндәрҙе кәмәңә ал.

    Әммә уның менән бергә бик әҙ кеше иман килтергән ине.

 («Т. Кочигитта: мейес ҡайнай башлағас. X. Ҡараманда: һыуҙар ҡай­нап, күбәйә башлағас. X. Чантайҙа: мейес ҡайнаған заман. И. Крачковскийҙа: закипела печь. Ш. Ноғманиҙа: ерҙән һыу ҡайнап сыға башлағас, тип бирелә. Ләкин ғасырыбыҙҙың ғалимдарынан Хәмди Языр иһә, хәҙрәти Нух кәмәһенең елкәнле булмайынса, пар ма­шинаһында йөрөгәнлеге тураһында фараз ҡыла. Йәғни, пар ҡаҙаны­ның ҡайнай башлауына ишара итә. Мәуләнә М. Алидә иһә: үҙәндән урғылып һыу аға башлағас, тип әйтелгән».

Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)

41.

(Нух) әйтте:

—  Кәмәгә менегеҙ. Уның йөҙөп китеүе лә, туҡтауы ла Аллаһ исеме менән башҡарыла. Шик юҡ, Раббым ярлыҡаусы, ғәфү итеүселер, — тине.

42.

Кәмә уларҙы алып тау кеүек тулҡындар араһында йөҙә ине. Нух кәмәнән йыраҡта ҡалған улына:

—  Балаҡайым, һин дә беҙҙең менән бергә кәмәгә ултыр, кәферҙәр менән бергә булма, — тип ҡысҡырҙы.

43.

(Ярҙа ҡалған) улы:

— Мин һыу етмәҫлек тау түбәһенә менеп ҡотоласаҡмын, - тине. (Нух):

— Бөгөн Аллаһтың әмеренән мәрхәмәтле Аллаһтан башҡа берәү ҙә ҡотҡара алмаясаҡ, — тине. Шул саҡ улар араһына тулҡын бәреп керҙе һәм шулай итеп, (Нухтың улы) батып үлде.

44.

Һәм әйтелде (Аллаһ тарафынан):

Әй, Ер, һыуыңды йот. Әй, Күк, һыуыңды туҡтат, — тип әйт­елде. Һыу кәмей башланы. Эш тамам булды. Кәмә лә Джүди тауына килеп һыйынды Һәм:

— Тонсоҡһон шул залимдарҙың тоҡомо, — тип әйтелде.

45.

Раббыһына доға итеп, Нух әйтте:

—  Йә, Раббым, шөбһәһеҙ, улым да минең тоҡомом ине бит. Һинең вәғәҙәң иһә, әлбиттә, хаҡтыр. Һин хаҡимдар хаҡимы, —тине.

46.

Аллаһ әйтте:

— Әй, Нух, ул асылында һинең тоҡомоң түгел ине. Сөнки ул — яманлыҡ ҡылған кеше. Шулай булғас, белмәгәнең тураһында Миннән үтенмә. Джәһилләрҙән (наҙанлығы арҡаһын­да гөнаһ ҡылыусы) булмаһын, тип киҫәтәм Мин һине.

47.

Нух әйтте:

— Йә, Раббым, киләсәктә белмәгәнем тураһында ялбармаҫ өсөн, Һиңә һыйынам. Мине ярлыҡамаһаң, ғәфү итмәһәң, мин зыян күреүселәрҙән һаналырмын.

48.

(Аллаһ) әйтте:

— Әй, Нух, һиңә һәм һинең менән бергә булған халҡыңа Беҙҙән сәләм, бәрәкәттәр менән (кәмәнән) төшөгөҙ. Уларҙы Беҙ донъяла рәхәт йәшәтәсәкбеҙ. Һуңынан Беҙҙән хәтәр яза аласаҡ халыҡтар ҙа буласаҡ.

49.

(Мөхәммәд) һиңә индерелгән йәшерен хәбәрҙәр ошо булыр. Бынан алда был хәбәрҙәрҙе һин дә, халкың да белмәй ине. Шуға күрә, һин сабыр ит. Сөнки һуңғы нәтижә (әжер, сабыр итеп, ҡыйынлыҡтарға сыҙап, гөнаһ ҡылыуҙан) һаҡланғандарҙыҡы булыр.

50.

Ғәд ҡәүеменә лә һудты күндерҙек. Әйт:

—  Әй, ҡәүемем, Аллаһҡа буйһоноғоҙ. Уннан башҡа (Илаһи ҡөҙрәткә эйә һәм) тәңре булырҙай һис бер кем юҡ. Баш­ҡаһын һеҙ бары тик уйлап ҡына сығарҙығыҙ, — тип.

51.

— Әй, ҡәүемем, мин һеҙҙән түләү өмөт итмәйем. Минең әжерем бары тик мине яралтҡан (Аллаһ) ихтыярында ғына. Әле һаман шул турала уйлап ҡарағанығыҙ булманымы ни?— тип әйт.

52.

—  Әй, ҡәүемем, Раббығыҙҙан ярлыҡау теләгеҙ. Һуңынан тәүбәгә килегеҙ. Өҫтөгөҙгә мул ямғырҙар яуҙырһын һәм ҡеүәтегеҙгә ҡеүәт өҫтәһен. Гөнаһ ҡылып (Аллаһтан) йөҙ сөйөрмәгеҙ, — тип әйт.

53.

Улар әйтте:

— Әй, һуд, һин беҙгә асыҡ бер мөғжизә күрһәтмәнең, һинең һүҙеңә ҡарап, беҙ ҙә тәңреләребеҙҙе ташламаясаҡбыҙ, һәм беҙ һиңә ышанып, иман килтерәсәк түгелбеҙ, —тинеләр.

54.

- Беҙ: тәңреләребеҙҙең берәйһе һиңә зыян-зәхмәт һалған­дыр, — тип кенә әйтә алабыҙ. (Йәғни шул зәхмәттән һуң һин аҡылдан яҙғанһыңдыр, юҡты һөйләп йөрөйһең.) (Һуд) әйтте:

— Мин Аллаһты шаһит итәм. Һеҙ ҙә шаһит булығыҙ, мин һеҙ Аллаһҡа тиң күреп табынғандарҙан йыраҡ торам,—  тине.

55.

— Унан башҡа (табынған һындарығыҙ) менән бергә барығыҙ ҙа миңә ҡаршы, тын алырға ла ирек бирмәҫтәй, мәкер ҡороғоҙ.

56.

Ысындан да мин, Раббым, һеҙҙең Тәңрегеҙ булған Аллаһҡа һыйындым, Ул мөгөҙөнән, ялынан тотмаған бер генә януар ҙа донъяла юҡ. (Ул башҡара алмаған, уның ҡөҙрәте етмәгән нәмә юҡ.) Шөбһәһеҙ, Аллаһым минең тура юлдың хужаһылыр.

57.

Әгәр йөҙ сөйөрһәгеҙ (уныһы һеҙҙең эш, теләһәгеҙ нимә эшләгеҙ, әммә үҙемә тигән бурысты мин үтәнем) күндерелгән хәбәрҙе мин һеҙгә белдерҙем. Раббым (ихтыяр итһә) һеҙҙең урынға башҡа бер халыҡты килтерер, ләкин һеҙ Уға бер ниндәй ҙә яманлыҡ ҡыла алмаҫһығыҙ. Хаҡтыр, Раббым һәр нәмәне күҙәтеп тороусы­лыр.

58.

Беҙҙән әмер килгәс, Һудты һәм уның менән бергә иман килтергәндәрҙе рәхмәтебеҙ менән ҡотҡарҙыҡ, уларҙы ауыр язанан алып ҡалдыҡ.

59.

Бына Ғәд ҡәүеме шул булыр. Раббының аяттарын инҡар иттеләр. Уның пәйғәмбәрҙәренә буйһонманылар һәм һәр йәберләүсенең әмеренә буйһондолар.

60.

Улар һәм был донъяла, һәм дә Ҡиәмәт көнөндә ләғнәткә хөкөм ителде. Аң булығыҙ, Ғәд халҡы Раббыны инҡар итте. У­нан һуң тағын белеп тороғоҙ, һудтың халҡы Аллаһтың рәхмәтенән йыраҡҡа (һәләкәткә) ҡыуылды.

61.

Сәмуд ҡәүеменә лә үҙ ҡәрҙәштәре Салихты күндер­ҙек. Әйтте:

— Әй, халҡым, Аллаһҡа ғийбәҙәт ҡылығыҙ. Һеҙҙең өсөн унан башҡа (Илаһи ҡөҙрәткә эйә һәм) тәңре булырҙай һис бер кем юҡ. Ул һеҙҙе ерҙән (тупраҡтан) яралтты. Ул һезҙҙе шунда йәшәтте. Шуға күрә, һеҙ унан ярлыҡау һорағыҙ. Унан һуң тәүбә итегеҙ. Раббым (доға уҡыған) кешеләренә яҡындыр, (доғаларығыҙҙы) ҡабул итеп яуап ҡайтарыусылыр.

62.

Әйттеләр:

—  Әй, Салих, һин беҙҙең арала йәшәгәндә өмөтлө генә егет инең. (Хәҙер) бабаларыбыҙ табынғандарға табынырға ҡамасаулайһың. Дөрөҫөн генә әйткәндә, беҙ һин ғибәҙәт ҡылырға саҡырған ул заттан ныҡ шикләнәбеҙ, — тинеләр.

63.

(Салих) әйтте:

—  Әй, халҡым, әгәр мин Раббымдан (бирелгән) ап-асыҡ аяттар эйәһе булһам һәм Ул миңә рәхмәтле булып (пәйғәмбәр­лек) биргән булһа, быға нимә әйтерһегеҙ? Әгәр ҙә мин Уға буйһонмаһам, Аллаһтан (уның язаһынан) кем мине ҡотҡарып ҡалыр? Ул ваҡытта һеҙ ҙә миңә зыян эшләүҙән ары бер нимә лә ҡыла алмаған булыр инегеҙ.

64.

Әй, ҡәүемем, бына һеҙгә Аллаһтың мөғжизәһе булараҡ дөйә күрһәтәм. Уны иреккә ебәрегеҙ, Аллаһтың ерендә ул ашаһын-эсһен. Уға яман­лыҡ ҡылмағыҙ. (Юҡһа) һуңынан һеҙҙе оҙаҡламаҫтан бер ғазап тотасаҡ.

65.

Салихты тыңламанылар, дөйәне (балтырҙарын киҫеп) үлтерҙеләр. Салих әйтте:

— Өйөгөҙҙә өс көн (байрам яһап) тороғоҙ, (һуңынан һәләк бу­ласаҡһығыҙ), — тине. Был киҫәтеү һис тә буш һүҙ түгел ине.

66.

Әмерем менән Салихты һәм уның менән бергә иман килтергән­дәрҙе, Беҙҙең рәхмәтебеҙ булараҡ, (язанан) һәм мәсхәрәнән ҡотҡарҙыҡ. Шөбһәһеҙ, Раббың ҡеүәтлеҙер, еңеүселер.

67.

Золом итеүселәрҙе лә ҡурҡыныс тауыш (ғарасат гөрөлтөһө) тотто һәм йорттарында (йәнһеҙ) йөҙ түбән ҡапланған килеш ҡалдылар.

68.

Әйтерһең дә, улар шунда йәшәмәгән дә кеүек. Аң булығыҙ, Сәмуд ҡәүеме, ысындан да, Раббыны инҡар итте. Йәнә белеп тороғоҙ, Сәмуд халҡы (Аллаһтың рәхмәтенән) мәхрүм ҡалды.

69.

Ниһайәт, илселәребеҙ (фәрештәләр) Ибраһимға һөйөнсө килтерҙеләр:

           Сәләм һиңә, — тинеләр.

Ул да:

— Һеҙгә лә сәләм, — тине лә тиҙ генә табынға ҡыҙҙырылған быҙау ите алып килде.

70.

Уларҙың ризыҡҡа һуҙылмағандарын күреп, ул (Ибраһим) тунымуны һәм уның күңеленә шик-ҡурҡыу төштө. Әйттеләр:

—  Ҡурҡма һин, беҙ Лут ҡәүеме тарафына ебәрелгән­беҙ, — тинеләр.

71.

Ибраһимдың ҡатыны шунда уҡ аяҡ өҫтө баҫып тора ине, беҙ уға Исхаҡ менән Яҡуп тураһында һөйөнөс­лө хәбәр бирҙек, ул көлдө.

72.

— Был — кеше ышанмаҫлыҡ эш. Мин бит ҡарсыҡ инде, ирем дә ҡарт кеше, ҡайҙан килеп беҙҙең балабыҙ булһын? Был — ғәжәп тәбиғи хәл, — тине ҡатын.

73.

(Фәрештәләр) әйтте:

—Аллаһтың әмеренә ғәжәпләнәһегеҙме? Әй, йортло халыҡ, Аллаһтың рәхмәте һәм бәрәкәте һеҙгәлер. Шөбһәһеҙ, Ул маҡтауға лайыҡ, Уның шөһрәте киңдер.

74.

Ибраһимдың ҡурҡыуы бөткәс, (балаһы буласағы тураһында) һөйөнөслө хәбәр алғандан һуң, ул Лут халҡы тураһында (уларҙы яҡлап) илселәребеҙ менән һөйләшә башланы.

75.

Ысындан да, Ибраһим йомшаҡ холоҡло, кесе күңелле, Аллаһ юлына бирелгән бер кеше ине.

76.

(Фәрештәләр әйтте):

— Әй, Ибраһим, был эштән (Лут кәферҙәрен яҡлауҙан) баш тарт. Сөнки Раббының әмере (ғазабы) килде инде. Һәм уларға кире алынмаҫ яза әҙер.

77.

Илселәребеҙ Лут янына килгәс, ул уларҙы күреп, хәсрәткә ҡалды, уның хәле китте. Ул әйтте:

— Ай-һай ауыр килде был көн, — тине.

(Луттың ҡатыны ире Лут янына килгән фәрештәләрҙе сибәр егеттәр, тип белеп, башҡа ирҙәргә барып: «Уларҙы файҙаланығыҙ», - ти. Лут был йәш егеттәрҙе тегеләрҙән нисек яҡлармын, нисек һаҡ­лармын, тип ҡайғырҙы, хәлһеҙ булды. Лут халҡында ирҙәр менән ирҙәр араһындағы енси аҙғынлыҡ киң таралған була. Кара: с. 7:80, 81.)

78.

Лут ҡәүеменең ирҙәре (йәш егеттәрҙе теләүселәр) ашыға-ашыға уның өйөнә килделәр. Улар бынан алда ла (шундай уҡ) яманлыҡтар ҡылған халыс ине.

— Ий, ҡәрҙәштәрем, — тине Лут. - Бына былары — минең ҡыҙҙарым, улар һеҙҙең өсөн саф (йәғни, ҡунаҡ егеттәргә ҡа­ғылмаяыҙ, улар урынына ҡыҙҙарымды файҙалунығыҙ). Аллаһтан ҡурҡығыҙ һәм ҡунаҡ егеттәр алдында мине мәсхәрәгә ҡалдыр­мағыҙ. Арағыҙҙа, исмаһам, бер генә тура кеше лә юҡмы ни һуң?

79.

Әйттеләр:

—  Үҙең беләһең, һинең ҡыҙҙарың беҙҙе ҡыҙыҡһындыр­май, һәм һин беҙҙең нимә теләгәнебеҙҙе лә яҡшы беләһең.

80.

— Их, һеҙгә ҡаршы торорлоҡ ҡеүәтем булһа ине минең йәки миңә ярҙам итерлек таянысым булһа ине, — тине Лут.

81.

(Фәрештәләр) әйттеләр:

— Әй, Лут, беҙ — Раббының илселәре. Улар һиңә ҡағыла алмаҫ. Һин төндөң бер уңайлы ваҡытында ғаиләңде алып юлға сыҡ. Артҡа боролоп ҡарамайынса ҡасығыҙ. Ҡатыныңдан башҡа һис кем өйҙә ҡалмаһын. Уларға килаһе яза, шөбһәһеҙ, ҡатыныңа ла ҡағыласаҡ. Вәғәҙә ителгән яза иртәнге яҡта буласаҡ. Таң атырға күп ҡалманы бит инде.

82.

Әмеребеҙ килгәс, ул ерҙәрҙең (шәһәрҙәрҙең,) аҫтын-өҫкә килтерҙек һәм уларҙың өҫтөнә яндырылған балсыҡтан яһалған таштар яуҙырҙыҡ.

83.

Ул таштар Раббы тарафынан тамғаланған ине. Улар залимдарҙан йыраҡ түгел.

84.

Мәдйән халҡына үҙ араларынан сыҡҡан Шөғәйепте күндерҙек.

Әйтте:

— Әй, халҡым, Аллаһҡа буйһоноғоҙ. Һеҙҙең өсөн Унан башҡа (Илаһи ҡөҙрәткә эйә һәм) тәңре булырҙай һис бер кем юҡ. Үлсәгәндә ауырлыҡты ла, (киҫкәндә) оҙонлоҡ үлсәмен дә кәметмәгеҙ. Күреп торам, һеҙ муллыҡ эсендә (йәшәйһегеҙ). (Һеҙ гөнаһҡа батып, шул гөнаһтарығыҙ өсөн) һеҙҙе бер көндө ғазаптар сорнап алыр, тип ҡурҡам, — тине.

85.

— Әй, халҡым, (ауырлыҡ һәм оҙонлоҡ) үлсәгәндә ғәҙел булығыҙ. Кешеләргә әйберҙәрен (өлөштәрен) кәметеп бирмә­геҙ. Ер йөҙөндә боҙоҡлоҡ таратып йөрөмәгеҙ.

86.

Әгәр ҙә мосолман икәнһегеҙ, Аллаһ нимә ҡалдырған, һеҙгә шул хәйер­лерәк. Мин һеҙҙең янға ҡуйылған һаҡсы түгел.

87.

Әйттеләр:

— Әй, Шөғәйеп, аталарыбыҙ табынған һындар-боттарҙан баш тартырға, байлығыбыҙҙы үҙебеҙ теләгәнсә тотмаҫҡа һиңә намаҙың әмер итәме? Юҡһа, һин йомшаҡ холоҡло һәм дә тура кеше инең, тип беләбеҙ.

88.

(Шөғәйеп әйтте):

— Әй, халҡым, уйлап ҡарағунығыҙ булдымы икән, әгәр ҙә Раббымдан миңә ап-асыҡ аяттар килһә, затлы ризыкҡтар ҙа бирелгән булһа, нимә әйтерһегеҙ? Рөхсәт ителмәгәндәрҙе эшләгәнегеҙҙе мин хуплай алмайым бит инде. Көсөм еткәнсә, мин һеҙҙе үҙгәртеп, тура юлға сығарырға тырыша­саҡмын. Быны мин фәҡәт Аллаһтың ярҙамы менән генә башҡара алам. Бары тик Уға тәүәккәл иттем, бары тик Уға ҡайтасаҡмын.

89.

— Әй, халҡым, һаҡ булығыҙ, миңә ҡар­шы бармағыҙ, Нух халҡы йәки Һуд халҡы йәки Салих халҡы­ның башына килгән (язалар) һеҙҙең башҡа ла төшмәһен ине. Лут халҡы һеҙҙән йыраҡ түгел. (Ундай яза һеҙҙән дә йыраҡ йөрөмәҫ.)

90.

— Раббығыҙҙан ярлыҡау теләгеҙ, унан һуң тәүбәгә килегеҙ. Шөбһәһеҙ, Раббым киң миһырбан эйәһе, сикһеҙ мәрхәмәтле.

91.

Улар әйтте:

— Әй, Шөғәйеп, һин һөйләгәндәрҙең күбеһен аңламайбыҙ, һине зәғиф бер кеше тип уйлайбыҙ, ҡәрҙәштәрең булмаһа ине, һине, һис шикһеҙ, таш бәреп үлтерер инек. Һин беҙҙән өҫтөн түгелһең.

92.

Әй, ҡәүемем, минең ҡәрҙәштәрем, һеҙгә Аллаһтан да ҡәҙерлерәкме ни? Аллаһты онотоп, Уның әмер­ҙәренән йөҙ сөйөрҙөгөҙ. Шөбһәһеҙ, Раббым һеҙ ҡылған­дарҙың барыһын да уратып алыусы.

93.

— Әй, халҡым, ҡу­лығыҙҙан килгәнде эшләгеҙ. Мин дә эшләйәсәкмен. Үҙ-үҙенә рисуай итәсәк язаның киләсәге, кемдең кем икәнен, ялғансыларҙың кем икәнлеген оҙаҡламай күрәсәкһегеҙ. Көтөгөҙ. Мин дә һеҙҙең менән бергә көтәм.

94.

Бойороғобоҙ килеп еткәс, Шөғәйепте һәм уның менән бергә иман килтергәндәрҙе рәхмәтебеҙ менән ҡотҡарҙыҡ; золом итеүселәрҙе иһә ҡурҡыныс бер тауыш тотто ла, йортта­рында йөҙ түбән (һәләк булып) ҡалдылар.

95.

Әйтерһең дә, улар шунда йәшәмәгәндәр ҙә кеүек. Белеп тороғоҙ, Сәмуд хал­ҡы (Аллаһтың рәхмәтенән йыраҡ булғаны кеүек) Мәдйән хал­ҡы ла йыраҡлашып, юҡҡа сыҡты.

96.

Хаҡтыр, Мусаны ла мөғжизәләребеҙ менән һәм ап-асыҡ аяттарыбыҙ менән

97.

Фирғәүенгә һәм уның юғары дәрәжәле кешеләре янына ебәрҙек. Ләкин улар Фирғәүен бойороғона буйһондо. Юҡһа, Фирғәүендең бойороғо ғәҙел түгел ине.

98.

Фирғәүен Ҡиәмәт көнөндә үҙ халҡының алғы сафында бу­ласаҡ, (һыу эсергә алып барған кеүек) уларҙы эйәртеп, утҡа йығы­ласаҡ. Ул урын ниндәй хәтәр.

99.

Улар был донъяла ла, Ҡиәмәт көнөндә лә ләғнәткә хөкөм ителгән инде. Уларға би­релгән «бүләк» (яза) бик тә хәтәр «бүләк» булыр.

100.

(Ий, Мөхәммәд, халыҡтары һәләк булған) илдәр тураһындағы хәбәрҙәр ошо булыр. Беҙ уларҙы һиңә аңлатабыҙ, уларҙың нәҫе­ленән хәҙер ҙә иҫәндәре бар, сабып ташланған бесән ши­келле ҡырылып юҡҡа сыҡҡандары ла бар.

101.

Беҙ уларға золом итмәнек. Улар бары тик үҙҙәренә үҙҙәре золом килтер­ҙе. Раббының яза әмере килгәндә, Аллаһты инҡар итеп, табына торған һындары уларға һис тә ярҙам итмәне, язаларын арттырыуҙан башҡа бер нигә лә яраманылар.

102.

Раббың ғәҙелһеҙ шәһәрҙәрҙең халыҡтарын ана шулай язаланы. Шөбһәһеҙ, Уның язаһы шундай хәтәр, интектергес һәм әрнетеүлеҙер.

103.

Бына быларҙың барыһы ла Әхирәт язаһынан ҡурҡҡандар өсөн бер ғибрәттер. Ул Көн барса кешеләр бер урынға йыйылған көндөр, ул Көн (бөтөн йәнлеләрҙең Аллаһ ҡаршыһында) яуап тотҡанын ҡарау көнөлөр.

104.

Беҙ уны (Ҡиәмәт көнөн) бары тик һанаулы бер ваҡытҡа ғына кисектереп торабыҙ.

105.

Ул Көн килгәс, Аллаһтың рөхсәтенән башҡа һис кем һөйләшә алмаҫ. Улар­ҙың ҡайһыһыҙыр бик бәхетһеҙ буласаҡ, кемдәрҙер бәхеткә ирешәсәк.

106.

Бәхетһеҙҙәр утта янасаҡ, шунда улар аҡырыш, ыңғырашыу (һыҙланыу) эсендә ҡаласаҡ.

107.

Улар шунда яна­саҡ. Ер менән Күк дауам иткәнсе һәм Аллаһ башҡаса хөкөм сығарғанға саҡлы. Аллаһ үҙ ихтыярынса хөкөм итеүсе.

(«Әҙ гөнаһлылар тамуҡта бер аҙ ваҡыт янғандан һуң, Аллаһ әмере менән ожмахҡа ҡайтарыла».Хәсән Чантай тәфсиренән. Ул Бәйзәвиҙән алған.)

108.

Бәхетлеләр иһә йәннәткә керер. Улар шунда мәңгегә ҡаласаҡ. Ер менән Күк дауам иткәнсегә саҡлы. Аллаһ башҡа хөкөм сығарғансыға саҡлы. Был ниғмәттәр бөтмәҫ-төкәнмәҫ бәрәкәттер.

(«Ер менән Күктең дауамы» тураһындағы тәғбирҙә фани донъялағы Ер менән Күк түгел, Әхирәт донъяһының Ере, Күге тураһында һөйләнә. Идраһим сүрәһенең 48 нсе аятында: ул Көн еткәс, Ер башҡа Ер менән, Күк иһә башҡа бер Күк менән алыштырылыр, тип әйтелә».Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)

109.

Улар, аталары нисек итеп һындарға табынған булһа, шулай табына. Бының яман ғәмәл икәнлегенә шик тот­ма. Уларға тейешле язаны һис кәметмәҫбеҙ.

110.

Хаҡтыр, Беҙ Мусаға китап бирҙек. Ләкин араларында ғауға ҡупты (кемдер уға ышанды, кемдер: ялған, тине). Әгәр ҙә Аллаһтың алдағы вәғәҙәһе булмаһа ине, улар араһындағы бәхәс киҫелгән булыр ине (эштәре бөткән булыр ине). Шик юҡ, улар ҙа (мөшриктәр ҙә) Ҡөръән(дең Аллаһтан ингәнлеге) хаҡында шик белдерҙе.

111.

Шик юҡ, Раббың уларҙың һәр берһенә лә ҡылған ғәмәлдәренә күрә теүәл әжер (яза) бирәсәк. Раббың уларҙың нимә ҡылғанын белеп тора.

112.

Шуға күрә, һинең менән бергә тәүбә иткәндәр, һеҙгә бойоролғанса, тура юлда ҡалығыҙ. Сиктәрҙе уҙмағыҙ. Хаҡтыр, ул һеҙҙең нимә ҡылғандарығыҙҙы бик яҡшы белеп тора.

113.

Золом итеүселәргә таянмағыҙ. Һуңынан һеҙгә лә ут ҡабыр (йәһәннәмдә янырһығыҙ). Аллаһтан башҡа һеҙҙең ярҙамсығыҙ юҡ. Ахырҙа (гөнаһтарығыҙ булһа) Унан да ярҙам күрмәҫһегеҙ.

114.

Көн башында ла, аҙағында ла намаҙ уҡығыҙ. Изгелектәр әшәке ғәмәлдәрҙе ҡаплар. Былар иҫкә алыр­ға теләүселәр өсөн бер киҫәтеүҙер.

115.

(Эй, Мөхәммәд) сабыр-сыҙам бул, һис шикһеҙ, Аллаһ изгелек ҡылғандарҙың изге­леген заяға сығармаҫ.

116.

Һеҙҙән әүүәл йәшәгән болондар араһында, беҙҙең ярҙам менән ҡотолоуға ирешкән бер нисә кешенән башҡа, Ер йөҙөндә йәшәүсе кешеләрҙе аҙғынлыҡтан тыйырға алыныусы кеше булманы, ни сәбәпле? Золом итеүселәр иһә үҙҙәренә бирелгән донъя байлығына алдандылар һәм гөнаһлыларҙан булдылар.

117.

Халыҡтары изгелекле булған шәһәрҙәрҙе Аллаһ хаҡһыҙға һәләк итмәҫ.

118.

Раббың ихтыяр итһә ине: бөтөн кешеләрҙе лә бер өммәттән яһаған булыр ине. Ләкин улар ғауға сығарыуҙан туҡтамайҙар.

119.

Аллаһтың мәрхәмәтенә юлыҡҡандарынан тыш. Шуға күрә, Аллаһ уларҙы яралтты (бар итте) Раббының:

—  Йәһәннәмде кешеләр һәм ендәр менән бергә тултырасаҡмын, — тигәне раҫланды.

120.

Рәсүлдәрем тураһындағы хикәйәләр менән Мин һинең күңелеңде (ихтыяр көсөңдө) нығытырға булам. Уларҙа һинең өсөн Хәҡиҡәт, кешеләр өсөн өгөт һәм киҫәтеү бар.

121.

Иманһыҙҙарға әйт:

- Ҡулығыҙҙан килгәндәрҙе эшләгеҙ. Беҙ ҙә булдыра алғаныбыҙса ғәмәл ҡылырбыҙ, — тип.

122.

— Көтөгөҙ! Хаҡ­тыр, беҙ ҙә көтәсәкбеҙ.

123.

Күктәр һәм Ерҙәге серҙәргә бары тик Аллаһ ҡына хужа һәр ғәмәл Уға ҡайта. Тик, Аллаһҡа буйһоноғоҙ (ғибәҙәт ҡылығыҙ), Уға ғына һыйынығыҙ. Раббығыҙ һеҙ ҡылғандарҙы белеп тора.