109.
Кәфирүн (Кәферҙәр)


(Кәфирүн сүрәһе 6 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Кәфи­рүн» — кәферҙәр.)

 

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

 

1.

Әйт һин:

— Әй, кәферҙәр, — тип.

2.

Мин һеҙ табынғандарға та­бынмам.

3.

Һеҙ ҙә мин ғибәҙәт ҡылғанға табынмаҫһығыҙ.

4.

Һеҙ табынғандарға мин дә табынмам.

5.

Һеҙ ҙә мин ғибәҙәт ҡылғанға табынмаҫһығыҙ.

6.

Һеҙгә—үҙ динегеҙ, миңә — үҙ динем!