108. Кәүҫәр (Байлыҡ)


(Кәүҫәр сүрәһе 3 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Кәүҫәр» — төкәнмәҫ байлыҡ, тигән һүҙ. Йәннәттәге мәңгелек шишмәнең исеме лә — Кәүҫәр.)

 

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

 

1.

Хаҡтыр, Беҙ һиңә Кәүҫәрҙе (күп байлыҡ) бирҙек.

2.

Шулай булғас, һин Раббың ризалығына намаҙ уҡы. Ҡор­бан сал.

3.

Һиңә хөсөтлөк тотоусының нәҫеле ҡорор. Дөрөҫө шул!