107.
Мәғүн (Саҙаҡа)


(Мәғүн сүрәһе 7 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Мәғүн» — саҙаҡа-хәйер, зәкәт биреү. Берәй әйберҙе йәки малды бурысҡа, ваҡытлыса ҡулланып тороу өсөн биреп тороу.)

 

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

 

1.

Динде ялғанға һанаған кешене һин күрҙеңме?

2.

Шул кеше йәтимде янынан ҡыуыр.

3.

Ас кешенең тамағын туйҙырмаҫ (йомарттарҙы хупламаҫ).

4.

Уларҙың намаҙ уҡыуы — гөнаһ йыйыу ғына.

5.

Уларҙың намаҙы ихлас һәм ет­ди түгел.

6.

Улар намаҙҙы кеше күрһен өсөн генә, риялыҡ менән уҡый.

7.

Улар хәйер биреүҙән баш тарталар.