106.
Ҡурайш (Ҡурайыш)


(Ҡурайш сүрәһе 4 аяттан тора. Мәккәлә ингән. Кәғбә әтрафында йәшәгән күп һанлы ҡәүем — Ҡурайш ҡәбилаһе ине.)

 

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

 

1.

Ҡурайш халҡының берҙәмлеген,

2.

ҡышҡы һәм йәйге сәфәрҙәренең уңышлы булыуын тәьмин иткән,

3.

ошо Кәғбәтулланың Раббыһына ғибәҙәт ҡылһындар.

4.

Ул уларҙы ас үлемдән ҡотҡарып, тамаҡтарын туйҙырып, ҡурҡыныстан һаҡлап, уларға именлек бирҙе.