105. Фил (Фил)


(Фил сүрәһе 5 аяттан тора. Мәккәлә ингән. Кәғбәне емерер өсөн күтәрелгән Әбрәхә ғәскәрендә һуғыш филдәре лә була. Филле ғәскәр ташлы ямғырҙан һәләк була.)

 

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

 

1.

Раббыңдың фил хужаларын нимә эшләткәнен күрмәнең­ме ни?

2.

Аллаһ уларҙың мәкерле теләктәрен юҡҡа сығарманымы ни?

3.

Аллаһ уларҙың өҫтөнә төркөм-төркөм Әбә­бил ҡоштарын ебәрҙе.

4.

Улар өҫтөнә ҡыҙған утлы таштар яуҙырҙы.

5.

Һуңынан Ул уларҙы орлоғо һығып алынған һалам кеүек теткәләп бөтөрҙө.

(Әбәбил — яр ҡарлуғасы, керәшә. Әбрәхә ғәскәренең ҡалдыҡтарын радиоуглерод һәм химия ҡулланып тикшергәндән һуң, был ғәскәрҙең ни сәбәпле тулайым ҡырылғанын асыҡланылар. Ғәскәрҙәгеләрҙең ҡы­рылыуына сәсәк муры сәбәпсе булған икән 4—5 нсе аяттарҙы шунан сығып, шәрехләргә кәрәк. Йәғни, ғәскәргә сәсәк ауырыуы йоҡ­тороусы ҡоштар өйөрө һөжүм иткән. X. Чантай тәфсирендә лә ундай кинәйә бар.)