104. Һүмәзә (Ғәйбәтсе)


(Һүмәзә сүрәһе 9 аяттан тора. Мәккәлә ингән, «һүмәзә» — ғәйбәт, нахаҡ һүҙ, кеше артынан һөйләнгән хурлау һүҙе, кеше араһында яман һүҙ йөрөтөү.)

 

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

 

1.

Әсе ҡәһәр төшһөн кеше артынан яман һүҙ йөрөтөүселәргә,

2.

байлыҡ туплап, уны ҡат-ҡат һанап торған һа­рандарға,

3.

байлығым-малым мине мәңге йәшәтер, тип уй­лағанға.

4.

Юҡ, ул кеше Хутәмәгә (йәһәннәмгә) ташлатыласаҡ.

5.

(Эй, Мөхәммәд) Хутәмәнең нимә икәнлеген һиңә кем аңла­тып бирер?

6.

Аллаһ яндырған хәтәр тамуҡ булыр ул Хугәмә.

7.

Йөрәктәрҙе яндырыусы хәтәр уттыр ул Хутәмә.

8.

Ул тамуҡ бар яҡлап томаланған булыр.

9.

Көмбәҙҙәре оҙон утлы терәүҙәр менән терәтелгән булыр.