103. Ғаср (Ғасыр, Быуат)


(Ғаср сүрәһе 3 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Ғаср» — йөҙ йыллыҡ,быуат, ғөмүмән, замана, ваҡыт, осор, дәүер мәғәнәләрен үҙ эсенә ала.)

 

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

 

1.

Ғасрҙар исеме менән ант итәм:

2.

кеше һәр ваҡыт уңышһыҙлыҡҡа осрай.

3.

Бары тик иман килтереп, изгелек ҡылғандар ғына, бер-берҙәренә Хәҡиҡәтте иҫбат иткәндәр, түҙеп, сабыр иткәндәр улай булмаҫ.