102.
Тәкәҫүр (Байырға ярышыу)


(Тәкәҫүр сүрәһе 8 аяттан тора. Мәккәлә һәм Мәҙинәлә ингән, тип һанаусылар ҙа бар. «Тәкәҫүр»— байлыҡ йыйыуҙа яры­шыу, малым күп, тип артыҡ ғорурланыу мәғәнәһендәге һүҙ.)

 

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

 

1.

Байлыҡ туплау, (ҡатындар, балалар күплеге менән) маҡ­танышыу һәүәҫлеге һеҙҙе

2.

гүр эйәһе булғанға саҡлы ысҡын­дырмаҫ.

3.

Ләкин һеҙ оҙаҡламай (бының гөнаһ икәнен) аңлар­һығыҙ.

4.

Юҡ, һеҙ уны тиҙҙән аңларһығыҙ.

5.

Һаҡ булығыҙ, әгәр ҙә һеҙ алда нимә буласағын белһә инегеҙ, (ярамаған был ғәмәлдәрегеҙҙән баш тартыр инегеҙ).

6.

Һис шикһеҙ, һеҙ йәһәннәмде күрерһегеҙ.

7.

Үҙ күҙегеҙ менән күрерһегеҙ.

8.

Унан һуң, әлбиттә, байлығығыҙ (донъяла кеше талап, аҙғынлыҡта нисек рәхәт йәшәгәнегеҙ) тураһында һораласаҡ.