101. Ҡариғә (Әфәт)


(Ҡариғә сүрәһе 11 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Ҡариғә» һүҙен төрлө мәғәнәләрҙә ҡулланыусылар бар. Ул — ҡапҡа ҡағыусы, Ҡиәмәт көнө, әфәт килеү мәғәнәләрендә лә йөрөй. И. Крачковский иһә: яралаусы, язалаусы, тар-мар итеүсе, кеүек мәғәнәһен алған. Был осраҡта Ҡариғә — Ҡиәмәт, йәғни яза биреү сифатында йөрөй. Аяттарҙы уҡып, уның теүәлерәк мәғәнәһен табырһығыҙ.)

 

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

 

1.

Әфәт ҡапҡа ҡаға!

2.

Нимә — ул ҡапҡа ҡағыусы әфәт? (Ҡиәмәт).

3.

Әфәттең ҡасан ҡапҡа ҡағасағы тураһында Һиңә кем әйтә алыр?

4.

Ул көндө кешеләр ҡыуып таратылған күбәләктәр кеүек булыр.

5.

Тауҙар ҙа ул көндө тетелеп бөткән йөн пәрәүездәре кеүек булыр.

6.

Бына, (ошо көндә кешеләрҙең ҡылған изгелектәре, сауаптары — үлсәүҙең бер төпсәһенә, ҡылған яманлыҡтары үлсәүҙең икенсе төпсәһенә ҡуйылыр) изгелектәр яғы ауыр баҫһа,

7.

ул кеше рәхәт тормошта (йәннәттә) йәшәр.

8.

Төпсәнең гөнаһтар яғы ауыр баҫҡан бәндәнең урыны — хәтәр

9.

Һәүийә исемле йәһәннәм упҡы­ны уға әсәһе булыр.

10.

Нәмә ул Һәүийә, һин беләһеңме?

11.

Ул хәтәр ҡыҙған ут.