1. Фәтиха (Асыусы)

 

(Фәтиха сүрәһе 7 аяттан тора. Мәккәлә ингән. Ҡөръән­де башлаусы, Ҡөръән эсенә алып кереүсе, китапты Асыусы, Ҡөръән уҡый башларға рөхсәт биреүсе һүҙ — Фәтиха. Әсә телебеҙгә ул һүҙ: атайың-әсәйең фатихаһын алмайынса эш ҡылма, фатихаһыҙ баш­лаған эш уңышлы булмаҫ, йәки, — бер фатиха, тигән кеүек тәғбирҙәрҙә йыш ҡулланыла. Фәтиха сүрәһенән башҡа Ҡөръән асылмаҫ, намаҙ ҙа уҡылмаҫ.)

 

Мәрхәмәтле һәм рәхимле Аллаһ исеме менән (башлайым)

 

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

 

1.

Мәрхәмәтле һәм рәхимле Аллаһ исеме менән (башлайым).

2.

Бөтөн ғәләмдәрҙең (халиҡтарҙың) тәрбиәсеһе Раббы Аллаһҡа маҡтауҙар булһын!

3.

(Ул) мәрхәмәтле, рәхимле.

4.

Яза Көнөнөң (Әхирәттең) хужаһы.

5.

Бары тик Һиңә (генә буйһоноп) ғибәҙәт ҡылабыҙ һәм (бары тик) Һинән (генә) ярҙам өмөт итәбеҙ.

6.

Беҙҙе тура юлға — рәхмәтеңә-ниғмәттәреңә ирешкәндәр юлына күндер.

7.

(Зинһар) юлдан яҙғандар һәм нәфрәтеңә дусар булғандар юлына төшөрмә!